Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетына яңы етәксе тәғәйенләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

28 октябрҙә Рөстәм Хәмитов үҙенең бойороғо менән Илдар Шафиҡовты Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләне, тип хәбәр итә республика Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Илдар Шафиҡовҡа 33 йәш, Кушнаренко районында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын һәм Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған.

Төрлө йылдарҙа «Башкиргаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Үҙәк төбәге буйынса Ҡулланыусылар менән эшләү идаралығында юристконсульт, һуңынан «Газпром межрегионгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә дәғүәләр бүлеге етәксеһе, Өфө ҡалаһының Инвестиция-төҙөлөш комитеты директоры урынбаҫары, Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры ярҙамсыһы, административ һәм дәғүә эше бүлеге етәксеһе, республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары булып эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть