5 декабрь, Дүшәмбе

28 октябрь 2015 йыл, 12:34

Өфөлә IV Төбәк-ара кадрҙар форумы эш башланы

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Өфөлә IV Төбәк-ара кадрҙар форумы эш башланы. Быйылғы осрашыуҙың темаһы — «Яңы шарттарҙа кеше капиталы менән идара итеүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу».

«Форум дүртенсе тапҡыр уҙғарыла. Сара кеше ресурстарын ҡулланыу өлкәһендәге мәсьәләләрҙе ҡарау өсөн мөһим майҙансыҡҡа әүерелде. Бынан тыш, беҙ ошо майҙансыҡты уҡыу йорттары һәм эш биреүселәр араһындағы үҙ-ара эш итеү проблемаларын тикшереү өсөн файҙаланабыҙ», — тине республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов форумды асыу тантанаһында.

Сара ике көн дауам итәсәк. Ғәҙәттәгесә, унда дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, Рәсәй төбәктәре вәкилдәре, ҙур, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ компаниялары етәкселәре, HR-хеҙмәте етәкселәре, HR-хеҙмәте провайдерҙары, бизнес-тренерҙар, фәнни һәм мәғариф учреждениелары вәкилдәре ҡатнаша. Форум барышында түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ, күргәҙмәләр эшләйәсәк.