11 декабрь, Йәкшәмбе

28 октябрь 2015 йыл, 11:45

Баш ҡалала Артур Нәзиуллиндың «Йондоҙлоҡ» исемле премияһы тапшырылды

фото: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә һәләтле йәш музыканттарға Артур Нәзиуллиндың «Йондоҙлоҡ» исемле премияһы тапшырылды. Пианистка Полина Домрачева, виолончелдә уйнаусы Дарья Симахина, йырсы Максим Сорокин һәм баянсы Владимир Цегенько «Йондоҙлоҡ-2015» премияһы лауреттары булды. Виолончелдә уйнаусы Яна Штин диплом һәм «Өмөт» махсус призын алды.

Премияға дәғүә итеүселәрҙе тыңлауҙар «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте. Бәйгелә Салауат, Октябрьский, Өфө ҡалаларынан һәм Учалы районынан 11 һәләтле бала, республика, Рәсәй, халыҡ-ара конкурстары лауреаттары ҡатнашты.

Артур Нәзиуллин — билдәле кларнетсы, Мәскәү филармонияһы солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, халыҡ-ара конкурстар, Рәсәй Президенты һәм 2015 йылда Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты. «Йондоҙлоҡ» исемле премия Башҡортостандағы йәш таланттарҙы дәртләндереү сараһы булып тора.