10 декабрь, Шәмбе

28 октябрь 2015 йыл, 9:47

Өфөлә уҙған ауыл хужалығы йәрминкәләрендә аграрийҙарҙың килеме 68,1 миллион һум тәшкил иткән

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 24 һәм 25 октябрҙә Өфөлә уҙған ауыл хужалығы йәрминкәләрендә аграрийҙарҙың килеме 68,1 миллион һум тәшкил иткән. Улар ошо суммаға 26 тонна бал, 648,6 тонна картуф, 411,5 тонна йәшелсә, 144,9 тонна ит һәм 9,7 тонна ҡош ите һатҡан. 543, 2 мең һумлыҡ һөт продукцияһы һатылған.

Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалала 47 райондың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре өсөн 2020 сауҙа нөктәһе ойошторолған. Ял көндәрендә көҙгө йәрминкәләргә 30 меңдән ашыу кеше килгән.