Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Рәсәй энергетика форумын асыу тантанаһында сығыш яһаны

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

27 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Һөҙөмтәле энергетика» XV Рәсәй энергетика форумын асыу тантанаһында сығыш яһаны. Сара «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында уҙа.

– Быны Өфөләге иң ҙур ваҡиғаларҙың береһе, тип иҫәпләйем, – тине Рөстәм Хәмитов. – Энергетика тураһында бик оҙаҡ һөйләргә мөмкин. Ошо тармаҡтағы тәҡдимдәрҙе тағы ла оҙағыраҡ ғәмәлгә ашырырға була. Һүҙ энергия һөҙөмтәлелеге, яңы ҡоролмалар, яңы энергия сығанаҡтары хаҡында бара. Бөгөн быларҙың барыһы ла мөһим, илгә, иҡтисадҡа кәрәк. Бөгөнгө күргәҙмәлә энергетика мәсьәләләрен хәл итеүҙә яңы алымдарҙы күрергә мөмкин.

Республика етәксеһе форум сиктәрендә ойошторолған «Энергияны һаҡлау. Электр техникаһы. Кабель» һәм «БРИКС һәм ШОС энергетикаһы» күргәҙмәләрен ҡараны. Рәсәйҙең 25 төбәгенең, шулай уҡ Белоруссия, Сербия һәм Германияның 150-нән ашыу предприятиеһы электр техникаһы һәм энергетика тармағы яңылыҡтары менән таныштыра. Рөстәм Хәмитов күргәҙмәлә ҡатнашыусылар – компания вәкилдәре менән предприятиеларҙа һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә импортты алмаштырыу һәм яңы технологиялар индереү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй энергетика форумы Башҡортостанда 2000 йылдан уҙғарыла. Уның маҡсаты – Башҡортостандың, Уралдың һәм Рәсәйҙең энергетика һөҙөмтәлелеген арттырыу юлдарын тикшереү. Быйыл 110-дан ашыу эксперт, федераль һәм төбәк башҡарма власы вәкилдәре, Рәсәйҙәге, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙәге предприятие етәкселәре доклад менән сығыш яһай. Рәсәй энергетика форумы 30 октябргә тиклем дауам  итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть