8 декабрь, Кесе йома

27 октябрь 2015 йыл, 16:26

Төбәктә балалар республика тураһында шиғырҙар һәм әкиәттәр яҙасаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда «Республикам минең» тип исемләнгән I республика әҙәби конкурсы үткәрелә. Сара республика Дәүләт Йыйылышы ярҙамында ойошторолған. Бәйгенең маҡсаты — талантлы балаларҙы асыҡлау, уларҙың һәләттәрен үҫтереү, әҙәби ижадҡа ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу.

«Әҙәбиәт йылында гуманитар өлкәгә иғтибар көсәйә. Шуға күрә балалар яҙған иң яҡшы шиғырҙарға, хикәйәләргә, әкиәттәргә «Республикам минең» конкурсы иғлан ителде. Бәйге тамамланғас, ижади эштәр тупланған китап донъя күрәсәк. 30 бала «Йәйләү» йәйге һауыҡтырыу лагерына юллама менән бүләкләнәсәк. Унда улар ижад менән шөғөлләнеүен дауам итә ала», — тип һөйләне идея авторы, конкурс комиссияһы рәйесе, республика Дәүләт Йыйылышы Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова.

Парламентарий әйтеүенсә, элегерәк яҙыусыларҙы әҙерләү йәһәтенән маҡсатлы эш алып барылған. Ошо маҡсатта конкурс барышында мәктәптәрҙә балалар менән осрашыуҙар ойоштороласаҡ, яҙыусылар һәм шағирҙар оҫталыҡ дәресе күрһәтәсәк.

Ижади бәйге өс йәш төркөмдәре араһында уҙғарыла. Һәр уҡыусы бер эш тәҡдим итергә тейеш. Конкурс йомғаҡтары буйынса «Республикам минең» тип аталған йыйынтыҡ баҫылып сығасаҡ.