Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы асылды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Өфөлә XV Рәсәй энергетика форумы асылды. Сараны уҙғарыу урыны итеп «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексы һайланған. Ошо уҡ майҙансыҡта «ШОС һәм БРИКС энергетикаһы» халыҡ-ара күргәҙмәһе һәм «Энергияны һаҡлау. Яҡтылыҡ техникаһы. Кабель» XXI махсуслаштырылған күргәҙмәһе эшләй. Журналистар менән аралашҡанда республика Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Шаронов, сараның маҡсаты — энергетика өлкәһендәге проблемаларҙы тикшереү өсөн майҙансыҡтар булдырыу, тип билдәләне.

«Бында профессионалдар осраша. Улар ниндәй яңы технологиялар барлыҡҡа килгәнен ҡарай, ғәмәлгә ашырыу өсөн үҙҙәренең технологияларын тәҡдим итә. Форум — ул ҙур күргәҙмә, йәрминкә, бында бер һөнәр кешеләре йыйылып, мәсьәләләрҙе хәл итеү алымдарын эҙләй», — тине Дмитрий Шаронов.

Форум 30 октябргә тиклем эшләй. Унда Рәсәйҙең 12 төбәгенән, Беларусь Республикаһынан, Ҡаҙағстандан вәкилдәр ҡатнаша. Программала 17 эшлекле осрашыу ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть