8 декабрь, Кесе йома

27 октябрь 2015 йыл, 15:00

Башҡортостанда айлыҡ уртаса эш хаҡы 25 мең һумдан ашыу тәшкил итә

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 2015 йылдың ғинуар-август айҙарында Башҡортостанда айлыҡ уртаса эш хаҡы 25139,5 һум булды. Реаль эш хаҡы 90,4 процент тәшкил итте (ҡулланыу хаҡтары индексын иҫәпкә алып), тип хәбәр иттеләр Башҡортостанстатта.

Ағымдағы йылдың 1 октябренә эш хаҡы буйынса кисектерелгән бурыстың дөйөм суммаһы 3,3 миллион һум тәшкил иткән. 2015 йылдың 1 сентябре менән сағыштырғанда, бурыстың дөйөм күләме 0,3 миллион һумға (9,7 процент) артҡан.