Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала тәүге Берҙәм миграция үҙәге асылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Башҡортостанда тәүге Берҙәм миграция үҙәге асылды. Ул Туймазы ҡалаһында урынлашҡан. Кисә үҙәкте асыу тантанаһы булды. Республиканың көнбайыш өлөшөндә йәшәгән сит ил граждандары Берҙәм миграция үҙәге хеҙмәттәре менән файҙалана аласаҡ.

Муниципалитет хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, үҙәк «берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса эшләй, эш өсөн кәрәкле рөхсәт ҡағыҙҙарын бер урында алырға мөмкин. Учреждениела шулай уҡ медицина тикшереүе үтергә, уҡырға, рус теле, Рәсәй тарихы һәм Рәсәй ҡануниәте нигеҙҙәре буйынса имтихан тапшырырға була.

Башҡортостан буйынса федераль миграция хеҙмәте идаралығы начальнигы Борис Ғөзәйеров һүҙҙәренсә, Берҙәм миграция үҙәге —республикала тәүгеһе. Уның Туймазы районында асылыуы осраҡлы түгел. Бында 136 фермер хужалығында эшләү өсөн сит ил граждандары йәлеп ителә. Йәй көнө хеҙмәт мигранттарының һаны дүрт меңгә етә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть