5 декабрь, Дүшәмбе

27 октябрь 2015 йыл, 12:58

Башҡортостан — Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында торлаҡ төҙөү һәм уны сафҡа индереү буйынса беренсе урында

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Быйылғы йылдың туғыҙ айы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында йән башына торлаҡ төҙөү һәм уны сафҡа индереү буйынса тәүге урынды биләй. Төҙөлөш буйынса башҡарылған эштәр күләме 102,1 миллиард һумға баһалана. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостанстатта хәбәр иттеләр.

Ошо осорҙа республика биләмәһендә предприятиелар һәм ойошмалар 336 торлаҡты һәм 279 йәшәү өсөн тәғәйенләнмәгән бинаны файҙаланыуға тапшырған. Ағымдағы йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында барлыҡ финанслау сығанаҡтары иҫәбенә дөйөм майҙаны 1948,9 мең квадрат метр булған 23,5 мең фатир сафҡа индерелгән (2014 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 104,8 процент). Мең кешегә 479 квадрат метр торлаҡ төҙөлгән.

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, ауыл ерендә — 919,4 мең, ҡалала 1029,5 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән (2014 йылдың ғинуар-сентябрь айҙарына ҡарата 98,5 процент һәм 111,2 процент). Шәхси төҙөүселәр үҙ иҫәбенә һәм кредит ярҙамында дөйөм майҙаны 1280,6 мең квадрат метр булған 11,2 мең йорт төҙөгән (былтырғы ошо уҡ осорҙағы кимәлгә ҡарата 93,2 процент). Торлаҡ төҙөлөшө структураһында уларҙың өлөшө 65,7 процент тәшкил итте.

Республика предприятиелары һәм ойошмалары файҙаланыуға тапшырған торлаҡ күләме былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 37,6 процентҡа артҡан һәм 668,3 мең квадрат метр тәшкил иткән, шуларҙың 68,8 мең квадрат метры (10,3 процент) эконом класлы торлаҡ стандарттарына тап килә.