3 декабрь, Шәмбе

27 октябрь 2015 йыл, 11:28

Төбәктә республика Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышы бара

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 23-сө ултырышы асылды. Республика закон сығарыусылары 60-тан ашыу мәсьәләне ҡарарға ниәтләй. Ултырышта Хәйбулла районы уҡыусылары ҡатнаша. Көн тәртибенең 34 пункты республика закондары проекттарына бәйле. Шуларҙың 25-е тәүге уҡыуҙа ҡабул итеүгә тәҡдим ителгән, 14 закон проекты аҙаҡҡы уҡыуҙа ҡараласаҡ.

Депутаттар «Республика Башкортостан» гәзитенең баш мөхәррире Эльза Хореваның гәзиттең эшмәкәрлеге һәм үҫеш йүнәлештәре хаҡында мәғлүмәтен, шулай уҡ Башҡортостан Ҡулланыусылар йәмғиәттәре союзы рәйесенең эштәр торошо һәм муниципаль райондарҙа үҫеш мөмкинлектәре тураһында докладын тыңлаясаҡ.

Закон сығарыусылар иғтибарына Кушнаренко районының Салауат исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативында булған хәлгә үткәрелгән парламент тикшереүе йомғаҡтары тәҡдим ителәсәк.

Парламентарийҙар алдағы өс йылдағы бюджетҡа һәм төбәкте үҫтереүҙе иҡтисади планлаштырыуға бәйле айырым мәсьәләләрҙе ҡараясаҡ. 2016 йылға һәм 2018 йылға тиклем осорға социаль-иҡтисади үҫеш күҙаллауы, 2016 йылға һәм 2017, 2018 йылдарҙың план осорона Башҡортостан ҡаҙнаһы һәм республиканың Мотлаҡ медицина страховкалау территориаль фонды бюджеты тураһында закон проекттары тәҡдим ителәсәк.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Дәүләт Думаһына коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте үҙгәртеүсе федераль закон проектын индереү буйынса закон сығарыу башланғысын ҡарау планлаштырыла. Новелла яҡын туғандарҙың дәүләт гражданлыҡ һәм муниципаль хеҙмәтендә вазифалар биләүен сикләүҙе күҙ уңында тота.