Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостандың Урман ҡасабаһында бездетонацион технологиялар ярҙамында боеприпастарҙы юҡҡа сығарыу тергеҙелә

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

1 ноябрҙә оборона-сәнәғәт комплексы белгестәре Башҡортостандың Урман ҡасабаһында тарҡатылған арсенал биләмәһен таҙартҡан саҡта табылған хәүефле предметтарҙы юҡҡа сығарыуҙы тергеҙә. «Янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел тамамланғанға ҡәҙәр туҡтатылған эштәр бездетонацион технологиялар ярҙамында эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 5-кә тиклем алып барыласаҡ», — тип хәбәр итте Үҙәк хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы ярҙамсыһы полковник Ярослав Рощупкин.

Бынан алда хәрби инженерҙар законһыҙ рәүештә металл эҙләргә маташҡан «ҡара ҡаҙыусылар»ҙы үткәрмәү өсөн майҙансыҡтарҙы йыһазландырған. Техник биләмә Екатеринбургтың «Вторметалл» предприятиеһына тапшырылған.

28 октябрҙә урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 11-се яртыла элекке арсенал биләмәһендә шартлатыусылар инструктор-методик уҡыуҙар үткәрә, унда яңы юҡҡа сығарыу алымдары күрһәтеләсәк. Уҡыуҙарға урындағы хакимиәт вәкилдәре, йәмәғәтселәр һәм журналистар саҡырылған.

Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре аккредитация үтеү өсөн ғаризаларын info@vtormetall.org электрон адресына ебәрергә тейеш.

Белешмә өсөн телефондар: 8 (343) 287-08-85, 8 (922) 227-91-32.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть