4 декабрь, Йәкшәмбе

26 октябрь 2015 йыл, 17:20

Сәнғәт төнөндә Хәрби Дан музейында хәрби-тарихи клубтар эшләйәсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 3 ноябрҙә республиканың Хәрби Дан музейы «Сәнғәт төнө» акцияһында ҡатнаша. Сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына һәм Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә бағышлана. Музей киске сәғәт 6-нан төнгө 11-гә тиклем асыҡ буласаҡ.

Кис буйы хәрби-тарихи реконструкция һәм Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе клубтары эшләйәсәк. Йырсылар, музыканттар, шиғыр уҡыусылар сығыш яһаясаҡ. Музейҙа «Фронт хаттары» өс мөйөшлө хаттарҙы бөкләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәреләсәк. «Бөтә Өфө» телекомпанияһының «Фронт хаттары» проектының видеороликтары күрһәтеләсәк.

Акция сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышы осоро фотодокументтарының электрон базаһы булдырыласаҡ. Шулай уҡ «Сәнғәт — балалар күҙлегенән» тип аталған уйын майҙансығы ҡаралған.

Бынан тыш, «Рейхстагты алыу» фотомайҙансыҡтары, биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса майҙансыҡтар эшләйәсәк. Киске сәғәт 9-ҙа бөтә мәҙәниәт учреждениеларында Рәсәй гимны яңғыраясаҡ. Киске 10-да Бөйөк Ватан һуғышы тураһында фильмдар күрһәтелә башлай.

Хәрби формала килеүселәр өсөн инеү бушлай. Белешмәләр өсөн телефон: 260-44-64; 260-44-16.