7 декабрь, Шаршамбы

26 октябрь 2015 йыл, 16:37

Өфө ҡыҙы «Мисс Мира бикини-2015» конкурсы еңеүселәре иҫәбенә инде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 22 йәшлек Өфө ҡыҙы, «Мисс Башкортостан» агентлығы моделе Галина Лукина «Мисс Мира бикини-2015» халыҡ-ара гүзәллек бәйгеһендә икенсе вице-мисс исемен яуланы. Конкурс 17 октябрҙән 26-на тиклем Мальтаның Валетта ҡалаһында уҙҙы. Шулай уҡ бында «Мисс Европа туризм» һәм «Мисс Европа Бикини» бәйгеләре еңеүселәре лә билдәләнде. Өс таж өсөн Германия, Бөйөк Британия, Франция, Испания, Рәсәй, Бельгия, Литва, Латвия, Португалия һәм башҡа илдәрҙән 40 һылыуҡай көс һынашты.

Республика вәкиле «Пре-жюри»ҙа иң яҡшыһы тип танылды һәм таланттар конкурсында иң яҡшы бишәү исемлегенә инде, тип хәбәр итте «Мисс Башкортостан» агентлығы директоры Луиза Закирйәнова.  

Бер ай элек Галина Лукина Бешкәк ҡалаһында уҙған «Мисс бикини СНГ-2015» халыҡ-ара конкурсы тажына лайыҡ булды. Ул шулай уҡ «Мисс модель мира» (Ҡытай, иң яҡшы 15), «Мисс Европа-2015» (Бейрут, иң яҡшы 10), «Мисс Русское Радио» (Мәскәү, беренсе вице-мисс) гүзәллек бәйгеләрендә еңеү яуланы.