Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Декабрҙә төбәктә туғыҙ меңдән ашыу дүртенсе класс уҡыусыһы тикшереү эштәрен яҙа

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Быйылғы уҡыу йылынан алып Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен уҙғарыу башлана. Улар майҙың тәүге яртыһына планлаштырылған. Һынауҙа ҡатнашасаҡ 600 мең уҡыусының туғыҙ меңдән ашыуы — Башҡортостандан. Башҡортостан Мәғариф министрлығының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм белем сифатын баһалау бүлеге етәксеһе Жанна Миникәева әйтеүенсә, математика һәм рус теле буйынса тикшереү эштәрен республикалағы 164 мәктәп уҡыусылары яҙа.

«Был Берҙәм дәүләт имтиханы форматы түгел. Дүртенсе класс уҡыусылары тикшереү эштәрен үҙҙәренең мәктәбендә яҙа, белемдәрен дә уҡытыусылары тикшерә. Быны йыллыҡ контроль эштәр һәм диктанттар менән сағыштырырға мөмкин», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Жанна Миникәева.

Эштәрҙең өлгөһө махсус порталда баҫыласаҡ.

Артабан Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен һәр уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса уҙғарыу ҡарала: 2016 йылда — 4 класс, 2017 йылда 4 һәм 5 кластар өсөн.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть