6 декабрь, Шишәмбе

26 октябрь 2015 йыл, 15:14

Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре «Wikipedia Asian Month» халыҡ-ара викимарафонында ҡатнаша

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 1 ноябрҙән 30-на тиклем Ҡытай, Һиндостан, Индонезия, Филиппин, Тайвань, Япония, Үзбәкстан һәм Таиланд ирекмәндәренең башланғысы буйынса «Wikipedia Asian Month» халыҡ-ара викимарафоны уҙғарыла. Сара Азия тематикаһы буйынса яңы мәҡәләләр яҙыуға йүнәлтелгән. 27 тел бүлектәре, шул иҫәптән Башҡорт Википедияһы мөхәррирҙәре, ирекмәндәре был идеяны хупланы.

Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыев хәбәр итеүенсә, интернет-энциклопедияның башҡорт бүлеге ирекмәндәре ошондай халыҡ-ара сараларҙа тәүге тапҡыр ғына ҡатнашмай. 2012 йылда улар Алматыла төрки телле Википедиялар конференцияһында туған телдәге виртуаль энциклопедия менән таныштырҙы. Быйыл Башҡорт Википедияһының 10 йыллығына арналған «Вики-Һабантуй»ҙы юғары кимәлдә үткәрҙе. Сентябрҙә Эстонияла Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәре ирекмәндәре менән осрашыуҙа ҡатнашты. Улар коллегаларына Башҡортостан, үҙҙәренең эше, шул иҫәптән республиканың киң мәғлүмәт саралары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүе хаҡында һөйләне.

«Ағымдағы йылдың 25 апреленән 14 июнгә тиклем «Викимедиа РУ» һәм «Беҙҙең киләсәк» төбәк социаль программалар фонды ойошторған Рәсәй конкурсында ҡатнаштыҡ һәм социаль эшҡыуарлыҡҡа арналған 221 мәҡәлә өҫтәнек», — тип һөйләне Рөстәм Нурыев. Уның фекеренсә, Башҡорт Википедияһының сираттағы, әммә күләмлерәк һәм әһәмиәтлерәк халыҡ-ара сарала ҡатнашыуы Башҡортостанды — донъя кимәлендә, Википедияны иһә республикала популярлаштырыуға тағы ла бер аҙым буласаҡ.