Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалала «Өфө-Янцзы» халыҡ-ара эшлекле үҙәк төҙөләсәк урында тәүге нигеҙ ташы һалына

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфөлә «Өфө-Янцзы» халыҡ-ара эшлекле үҙәк төҙөләсәк урында тәүге нигеҙ ташы һалына. Сара 5-6 ноябрҙә «Цзянси провинцияһының иҡтисад һәм мәҙәниәт көндәре» сиктәрендә ойошторола. Күргәҙмә, эшлекле һәм мәҙәни саралар уҙғарыу өсөн республикаға Ҡытай провинцияһының рәсми властары һәм компанияларының 200-ҙән ашыу вәкиле килә. Ошо хаҡта «Башинформ» агентлығына «Өфө-2015 ШОС һәм БРИКС офис төркөмө» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының матбуғат хеҙмәте һәм киң коммуникациялар департаментында хәбәр иттеләр.

Башҡортостандың Ҡытай партнерҙары менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныу белдергән эшҡыуарлыҡ даирәләрен «Цзянси көндәре»ндә ҡатнашырға саҡыралар. Ҡытайҙан төҙөлөш, машиналар эшләү, ауыл хужалығы, сауҙа, аҙыҡ-түлек һәм еңел сәнәғәт өлкәһендә махсуслашҡан белгестәр килә.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, эшлекле осрашыуҙарҙан тыш, Башҡортостандың һәм Цзянси провинцияһының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре араһында B2B форматында һөйләшеүҙәр уҙғарыу ҡаралған.

Ҡытай эшҡыуарҙары менән осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр үткәреү мәсьәләләре буйынса республиканың Инвестициялар йәлеп итеү буйынса агентлығына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бында сараның программаһы менән танышырға һәм теркәү үтергә мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть