Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан эшҡыуарҙарын IV Халыҡ-ара кадрҙар форумына саҡыралар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостан эшҡыуарҙарын «Яңы шарттарҙа кеше капиталы менән идара итеү һөҙөмтәлелеген арттырыу» IV Халыҡ-ара кадрҙар форумына саҡыралар. Сара 28-29 октябрҙә Өфөлә уҙа. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республиканың Тренерҙар һәм консультанттар ассоциацияһы президенты Роза Ремеева хәбәр итте.

Ғәҙәттәгесә, форумда республика дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, Рәсәй төбәктәре вәкилдәре, ҙур, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ компаниялары етәкселәре, HR-хеҙмәте етәкселәре, HR-хеҙмәте провайдерҙары, бизнес-тренерҙар, фәнни һәм мәғариф учреждениелары вәкилдәре ҡатнаша.

Форум программаһында төрлө темалар буйынса махсуслаштырылған күргәҙмәләр, дискуссия майҙансыҡтары, интенсив-сессиялар һәм оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Шулай уҡ тәүге тапҡыр «Үҙ бизнесыңды уңышлы ит» эшлекле уйынын һәм ҙур корпорацияларҙың кейс-чемпионатын уҙғарыу күҙ уңында тотола.

Ойоштороусылар — Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, республика Хөкүмәте, «ФБС» автономлы коммерцияға ҡарамаған өҫтәмә белем биреү ойошмаһы эшҡыуарлыҡ мәктәбе (First Business School), «АНКОР» кадрҙар холдингы, Башҡортостанда Рәсәй сәйәсәте мәктәбе, оператор — Башҡортостандың Тренерҙар һәм консультанттар ассоциацияһы. Сараның партнерҙары — республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Мәғариф министрлыҡтары.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть