10 декабрь, Шәмбе

26 октябрь 2015 йыл, 11:42

Өфөлә үтәсәк Фольклориада Рәсәйҙе айырып булмауын күрһәтә — Владимир Мединский

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 2020 йылда Өфөлә уҙасаҡ Бөтә донъя фольклориадаһы Рәсәйҙе айырып булмауын күрһәтә. Шулай тип белдерҙе Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы башлығы Владимир Мединский «Рәсәй 24» телеканалы эфирында, тип хәбәр итә ТАСС.

«Санкциялар сәйәсәтенә, Рәсәйҙе донъя берләшмәһенән айырырға маташыуҙарына ҡарамаҫтан, ошо ҡарарҙы ҡабул итеү — бигерәк тә һәйбәт. Был мәҙәниәттең иң яҡшы илсе булыуына тағы бер дәлил», — тип белдерҙе Владимир Мединский.

Башҡортостандың 2020 йылда Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итеү хоҡуғын алыуына аңлатма биреп, Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский илебеҙҙә фестивалде үткәреү тураһында ҡарар Рәсәйҙең донъяның мәҙәни мираҫын, ата-бабаларыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йәшәү рәүеше хаҡында хәтерҙе һаҡлауҙағы ролен билдәләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

2020 йылда Өфө Бөтә донъя фольклориадаһының баш ҡалаһы буласағы тураһында ҡарар 19 октябрҙә ЮНЕСКО ҡарамағындағы Халыҡ-ара фольклор фестивалдәрен ойоштороу һәм традицион сәнғәт советының Бөтә донъя ассамблеяһында ҡабул ителде. Үҙенең флагы, гимны һәм символикаһы булған Фольклориада дүрт йылға бер тапҡыр уҙғарыла. «Ҡулға-ҡул тотоношоп» девизы халыҡтар дуҫлығын, мәҙәни мираҫ һәм халыҡ ижады өлкәһендә алмашыуҙы символлаштыра. Концерттарҙан тыш, халыҡ кейемдәре, ҡул эштәре күргәҙмәләре, милли аш-һыуҙы тәмләп ҡарау ойошторола.

Фольклориаданың төп маҡсаты — кешелектең матди булмаған мәҙәни мираҫына иғтибарҙы йәлеп итеү, төрлө илдәрҙең традицион мәҙәниәтен үҫтереү һәм таратыу.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, Өфө 2021 йылда бөтә донъя Умартасылар конгресын һәм 2023 йылда  Бөтә донъя философтары конгресын уҙғарыуға дәғүә итә.

темалар: фольклориада