10 декабрь, Шәмбе

26 октябрь 2015 йыл, 10:18

Рөстәм Хәмитов мосолмандарҙың дини лидерҙары менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов мосолмандарҙың дини лидерҙары – Кавказдың мосолмандар идаралығы башлығы Алахшукюр Пашазаде, Халыҡ-ара ислам фәне университеты профессоры (Иордания) Абдулраззак Алсаади, Истанбул мөфтөйө (Төркиә) Рахми Йаран һәм  Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин менән осрашты. Ислам әһелдәре Өфөлә үткән «XXI быуаттың мәғариф киңлегендә ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре» конференцияһында ҡатнашты.

Республика Башлығы хәҙерге ваҡытта дин әһелдәрен әҙерләү өсөн яңы уҡыу йорттарын булдырыуға, белем биреүҙең сифатын күтәреүгә бәйле һорауҙарҙың ҡаралыуын билдәләне.

Был аҙнала ислам мәғарифы өсөн квалификация күтәреү курстары асыла, тип хәбәр итте баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин. Волга буйы федераль округынан йөҙгә яҡын имам Өфөлә белем аласаҡ.

Кавказдың мосолмандар идаралығы башлығы Алахшукюр Пашазаде республика Башлығына йылы ҡабул иткән өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Азербайжанға килергә саҡырҙы.

Истанбул мөфтөйө Рахми Йаран республикалағы мосолман руханиҙарының эшмәкәрлеген юғары баһаланы.

– Бөгөнгө осрашыу минең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Мин өлкән йәштәмен һәм донъяға ҡарашым да формалашҡан. Әлбиттә, тормош мәғәнәһен халыҡтың йәшәйешен еңеләйтеүҙә, уларға яңы мөмкинлек биреүҙә, йәшәү сифатын яҡшыртыуҙа күрәм, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был эште яңғыҙың башҡарып сығыу мөмкин түгел. Бер-беребеҙгә таянып ҡына ошо изге бурысты атҡара аласаҡбыҙ.