3 декабрь, Шәмбе

23 октябрь 2015 йыл, 17:46

Башҡортостандың ете баҫмаһы социаль әһәмиәтле киң мәғлүмәт сараһы исемлегенә инде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостандың ете баҫмаһы 2016 йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһын үткәреү өсөн социаль әһәмиәтле киң мәғлүмәт саралары исемлегенә инде. Ташламаға эйә буласаҡ баҫмаларҙың исемлеге Рәсәйҙең Матбуғат һәм киң коммуникациялар министрлығы сайтында баҫылған. Ведомствола хәбәр ителеүенсә, икенсе ярты йыллыҡҡа матбуғатҡа яҙылыу кампанияһына әҙерләнгәндә уға үҙгәрештәр индереләсәк.

Республика гәзиттәре араһында «Путь Октября», «Туймазинский вестник», «Көнгәк», «Уфимские ведомости», «Ҡалтасы таңдары», «Урал» баҫмалары социаль әһәмиәтле тип танылған. Исемлектә «Өфө» журналы ла бар. Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу декадаһы сиктәрендә ошо баҫмаларға 15 процент күләмендә өҫтәмә ташлама яһаласаҡ. Киң мәғлүмәт сараларына тәүге тапҡыр шундай ташлама бирелә.