Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

«Китап» нәшриәтендә башҡорттарҙың монгол иҙеүенә ҡаршы көрәше хаҡында китап донъя күрҙе

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә Валерий Злыгостевтың «Тағы ла ҡара яу килде...» исемле китабы донъя күрҙе.

Нәшриәттең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, китапта XIII быуаттың тәүге яртыһында Урал аръяғы һәм Көньяҡ Уралдағы башҡорт ырыуҙарына монгол баҫҡынсыларының ябырылыуы тураһында бәйән ителә. Көстәрҙең тигеҙ булмауына ҡарамаҫтан, башҡорттар дошманға ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәтә, ике тиҫтә йылдан ашыу илбаҫарҙарҙы сиктән үткәрмәй. Фәнни-популяр баҫма тыуған яғының тарихы менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнгән.

Валерий Злыгостев — тарихсы-тикшеренеүсе. 1960 йылда Өфөлә тыуған. Монгол империяһы, Улус Джучиҙың (Алтын Урҙа) тарихын, төйәктең урта быуаттағы тарихын өйрәнә. «Субидәй. Донъяны яулаған һыбайлы», «Туҡтамыш», «Урта быуат дәүерендә Көньяҡ Урал» (В.А.Иванов һәм И.В.Антонов авторлығында) китаптары авторы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть