9 декабрь, Йома

23 октябрь 2015 йыл, 16:40

Баш ҡалала ШОС һәм БРИКС илдәренең Беренсе бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумының төп саралары тамамланды

фото: Ксения Калинина

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең Беренсе бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумының төп саралары тамамланды. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов һүҙҙәренсә, форум бәләкәй эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге хәлде яҡшыртыуға этәргес буласаҡ.

«Беҙ ҙур мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн мөмкинлек булдырҙыҡ. Форум эшенең йомғаҡтары буйынса резолюция — норматив документтарға үҙгәрештәр индереү буйынса федераль власть органдары өсөн тәҡдимдәр ҡабул ителәсәк», — тине Дмитрий Шаронов журналистар менән аралашҡанда.

21 октябрҙән 23-нә тиклем Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең Беренсе бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумы уҙҙы. Унда Рәсәйҙең 51 төбәгенән һәм донъяның 21 иленән 1,5 мең самаһы кеше ҡатнашты.