4 декабрь, Йәкшәмбе

23 октябрь 2015 йыл, 14:54

Төбәктә коммерцияға ҡарамаған биш ойошма федераль грантҡа лайыҡ булды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостандың хөкүмәткә һәм коммерцияға ҡарамаған биш ойошмаһы федераль грантҡа лайыҡ булды. Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы Рәсәй Президентының бойороғона ярашлы быйыл икенсе тапҡыр үткәрелгән асыҡ конкурс йомғаҡтарын баҫтырып сығарҙы. Операторҙар 4670 ғаризаны ҡарап, 389 проектты һайлап алды.

Еңеүселәр араһында — «Рәсәй төбәктәренең мәҙәни һәм гуманитар өлкәләрҙә Үҙәк Азия илдәре менән үҙ-ара эш итеүен үҫтереүҙә диаспора структураларының роле» проекты менән «Берлек» геосәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге. Проектта тикшереү объектын һайлау Башҡортостан биләмәһендә йәшәгән Үҙәк Азия диаспоралары файҙаһына булды. Операторы — Милли хәйриә фонды. Гранттың күләме — 2 миллион 200 мең һум.

Башҡортостандың мохтаждарға юридик ярҙам клиникаһы «Асыҡ хоҡуҡ» проекты менән 880 мең һум күләмендәге грантҡа лайыҡ булды. Программа халыҡтың социаль яҡланмаған төркөмдәренең хоҡуҡтарын яҡлауға, граждандарға бушлай юридик һәм социаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Операторы — «Гражданлыҡ абруйы» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы.

«Өсөнсө быуын халыҡ университеты» социаль үҙәгенең «Пенсионерҙар өсөн мобиль халыҡ университеты» проекты 2 миллион 812 мең һум алды. «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фондының сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы социаль яраҡлаштырыу эштәрен ойоштороуға йүнәлтелгән «Бөтә ҡаршылыҡтарҙы ла еңеп сығам» проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн 1 миллион 44 мең һум бирелде. «Башҡортостан ветераны» баҫмаһы «Ветерандар фашизмға ҡаршы» проекты өсөн 1 миллион 96 мең һум алды.