11 декабрь, Йәкшәмбе

23 октябрь 2015 йыл, 14:06

Туғыҙ айҙа республиканың тупланма бюджеты профицит менән үтәлгән

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. 2015 йылдың 1 октябренә Башҡортостандың тупланма бюджеты килемдәре – 134,5 миллиард һум, сығымдары 122,7 миллиард һум тәшкил иткән. Ағымдағы йылдың ғинуар-сентябрендә республиканың тупланма бюджеты 11,8 миллиард һум профицит менән үтәлгән, тип хәбәр итте республиканың Финанс министрлығы.

Һалым һәм һалым булмаған килемдәр былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 12,4 миллиард һумға артҡан һәм 108,3 миллиард һум тәшкил иткән. Килемдең төп сығанаҡтары: физик берәмектәрҙең килеменә һалым – 31,4 миллиард һум (29,0 процент), ойошмаларҙың килеменә һалым – 29 миллиард һум (26,8), мөлкәткә һалым – 11,8 миллиард һум (10,9), акциздар – 11,8 миллиард һум (10,9).

2014 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда ойошмалар килеменә һалым керемдәре 14,7 процентҡа, мөлкәткә һалым – 16,4, физик берәмектәрҙең килеменә һалым – 4,4, дөйөм килемгә һалым 4,5 процентҡа артҡан. Акциздарҙың кереме 10 процентҡа кәмегән.

Туғыҙ айҙа килемдәр буйынса Башҡортостан бюджеты 15,8 процент үҫеш менән 110,9 миллиард һум күләмендә, сығымдар буйынса 3,3 процент үҫеш менән 100,6 миллиард һум күләмендә үтәлгән.