6 декабрь, Шишәмбе

23 октябрь 2015 йыл, 12:41

Мәскәүҙең «Аҡ тирмә» башҡорт фольклор ансамбле Латвияла үтәсәк фестивалдә ҡатнаша

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 10 ноябрҙән 15-нә тиклем «Аҡ тирмә» башҡорт фольклор коллективы Латвияла үтәсәк «Вентспилс гөлләмәһе» халыҡ-ара фольклор фестивалендә ҡатнаша. Ансамблдең етәксеһе Гөлсинә Батыршина хәбәр итеүенсә, фестивалгә 12 кеше бара. Репертуарҙа — ғаилә-көнкүреш, календарь-тәбиғәт милли йолалары (ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу, туй йолаһынан өҙөк, дуҫтар менән осрашыу), уйындар, халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре.

«Аҡ тирмә» ансамбле Мәскәүҙең башҡорт милли мәҙәни үҙәге ҡарамағында эшләй. Ул былтыр республиканың Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге булышлығында Башҡортостанда тыуып үҫеп, хәҙер иһә Мәскәүҙә йәшәгән үҙешмәкәр артистарҙан ойошторолған. Яңы коллектив тәүге тапҡыр уҙған йылда Мәскәү һабантуйында сығыш яһаны. Бөгөн унда 20-нән ашыу кеше ҡатнаша. Ансамблде башҡорт милли мәҙәни үҙәге етәксеһе һәм рәссам Гөлсинә Батыршина етәкләй. Унда төрлө һөнәр кешеләре бар: менеджер Зөлфиә Хәсәнова, шағирә Әлфиә Агеева, тарихсы Нәркис Мөхәмәтшин. Төркөмгә йырсы Рената Бәҙәмшина, педагогтар Алһыу Буш, Мәҙинә Илһамова, думбырасы Роман Костятников кеүек профессионалдар килгән.

«Башҡортостан яҡташтары» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ҡарамағында асылған үҙәктә 12 үҙешмәкәр коллектив иҫәпләнә. Маҡсатыбыҙ бер — мегаполиста мәҙәниәтебеҙ, сәнғәтебеҙ өлгөләрен таратыу», — тип билдәләй Гөлсинә Батыршина.

«Аҡ тирмә» ансамбле Стәрлетамаҡта уҙған «Ашҡаҙар таңдары» республика башҡорт фольклоры байрамында икенсе урын алды, Мәскәүҙә «Хорҙар алышы» конкурсының финалына сыҡты. Коллектив Мәскәү һәм илебеҙҙең башҡа ҡалалары сәхнәләрендә лә сығыш яһап өлгөрҙө.