Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

«Тамыр» Рәсәйҙең иң яҡшы өс балалар телеканалы иҫәбенә инде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Мәскәүҙә юлдаш, кабель һәм интернет-телевидение өлкәһендәге «Алтын нур» конкурсына йомғаҡ яһалды. Бәйгелә тәүге тапҡыр Башҡортостан вәкиле — «Тамыр» телеканалы ҡатнашты. «Тамыр» Рәсәй каналдары араһында «Балалар телевидениеһы» номинацияһында иң яҡшы өс балалар телеканалы иҫәбенә инде.

«Алтын нур» — Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә юлдаш, кабель һәм интернет-операторҙар ярҙамында трансляцияланған телеканалдар араһында уҙғарылған конкурс. Бәйгене ойоштороусыларҙың береһе — Милли телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть