Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Республика табиптары Германиялағы коллегалары менән бергә күҙәнәкле технологиялар институтын булдырырға ниәтләй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Башҡортостан табиптары немец коллегалары менән бергә күҙәнәкле технологиялар институтын булдырырға ниәтләй. Ошо маҡсат менән Өфөгә Германияның иң билдәле иммунологтарының береһе Кай Дойш килде. Ошондай институттың барлыҡҡа килеүе кешенең ДНК-һын һәм уның тайпылыштарын ентеклерәк өйрәнергә ярҙам итәсәк, тип хәбәр итә республика Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте.

Ағымдағы йылдың февралендә Башҡорт дәүләт медицина университетында яңы лаборатория асылды. Бында табиптар яңы дауалау алымдарын һынап ҡарау өсөн кеше күҙәнәктәрен өйрәнеү һәм уйлап табыу менән шөғөлләнә. Лабораторияға Мюнхен университетының терапия һәм иммунология мөдире Кай Дойш килде.

«Миңә Өфөлә бик оҡшаны. Медицина университеты һәм башҡа медицина учреждениелары юғары кимәлдә эшләй. Артабан да хеҙмәттәшлек итербеҙ тип ышанам», — тине Германия ҡунағы.

Химиотерапия үткәндә зарарланған, шулай уҡ инфекцияға ҡаршы көрәшеүсе һау күҙәнәктәрҙең дә юҡҡа сығыуы күптәргә билдәле. Был осраҡта үҫеп етмәгән күҙәнәктәр ярҙамға килә, тип иҫәпләй табиптар.

«Бөгөн беҙ химиотерапия курсына тиклем сирленең күҙәнәктәрен алып, үҫтереп һәм химиотерапиянан һуң пациентҡа кире ҡайтарырға мөмкинлек биргән технологияларҙы тикшерәбеҙ. Был өҙлөгөүҙәр аҙыраҡ булһын өсөн эшләнә», — тип һөйләне БДМУ ректоры, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы депутаты Валентин Павлов.

Республикала үҫеп етмәгән күҙәнәктар банкы бар, унда йөҙҙән ашыу пациент үҙҙәренең биологик элементтарын һаҡлай. Әммә Башҡортостан ғалимдарына Германиялағы коллегалары менән бергә ошо йүнәлештә ҙур эш башҡарырға кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть