4 декабрь, Йәкшәмбе

22 октябрь 2015 йыл, 19:23

Башҡортостан юлдаш телеканалының «Автограф» тапшырыуы Таруса ҡалаһында уҙған телефестивалдә наградаға лайыҡ булды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан юлдаш телеканалындағы «Автограф» тапшырыуының өс очеркы Таруса ҡалаһында үткән «Ярҙар» фестивалендә «Телевизион тапшырыуҙарҙың иң яҡшы серияһы» номинацияһында еңеүселәр иҫәбенә инде. Приз проекттың авторы һәм режиссеры Таңсулпан Ильясоваға тапшырылды. «Автограф» программаһы циклы геройҙары — билдәле башҡорт яҙыусыһы Камил Йыһаншин, шағир Айҙар Хөсәйенов һәм фронтта ҡатнашҡан Зинаида Шипанова.

«Таруса ҡалаһын бөтөнләй икенсе яҡтан астым. Бик күп билдәле рәссамдар, шағирҙар, яҙыусылар, режиссерҙарҙың тормошо һәм ижады ошо ҡала менән бәйле. Мин бында дәрт-илһам алдым һәм артабан ижад итергә әҙермен», — тине Таңсулпан Ильясова.

Быйыл «Ярҙар» телевизион фильмдар һәм тапшырыуҙар фестивале Калуга өлкәһенең боронғо Таруса ҡалаһында ойошторолдо. Сара Әҙәбиәт йылына арналды. Ҡалаға бөтә илдән тиерлек журналистар һәм операторҙар килде. Фестивалгә 80-дән ашыу эш ебәрелде.

«Ярҙар» телевизион фильмдар һәм тапшырыуҙар фестивален Калуга өлкәһенең Таруса районы хакимиәте һәм Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы булышлығында «Калуга» дәүләт телерадиокомпанияһы үткәрҙе. Сара илдә иң абруйлы бәйгеләрҙән һанала, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан юлдаш телеканалының матбуғат хеҙмәтендә.