Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Журналистика ветераны Марсель Ҡотлоғәлләмов «Башҡортостан» гәзитендә милләттәштәренә асыҡ хат менән мөрәжәғәт итте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Башҡортостан» гәзитенең яңы һанында публицист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Марсель Ҡотлоғәлләмовтың асыҡ хаты донъя күрә. Журналистика ветераны үҙенең мәҡәләһен «Йөрәгебеҙҙе тутыҡ баҫты бит, милләттәштәр!» тип атаған. Билдәле публицист матбуғаттың, мәғлүмәттең тормошобоҙҙағы роле хаҡында фекер йөрөтә, битарафлыҡтың милләттең тарҡаулығына һәм үҙенең йөҙөн юғалтыуына килтереүе тураһында әсенеп яҙа.

«Дәүләт-ара һәм илдәр эсендәге сәйәсәттә мәғлүмәткә хужа булыу, уны файҙаланыу маһирлығы, иҡтисад һәм ҡорал менән бер рәттән, хәҙер төп урындарҙың береһен биләй. Ташҡын рәүешендә, кеше аңына һәм йөрәгенә көндән-көн ҡағыусы мәғлүмәттәр, хәбәрҙәр, уйҙырмалар даръяһында самимилығыңды юғалтыу, аҙашыу, сәсәү хәүефе арта бара. Был процесс көсәйә, төрләнә һәм агрессив төҫ алыуын дауам итәсәк», — тип яҙа асыҡ хат авторы.

Матбуғатҡа яҙылыу осоронда һәр редакция төрлө акциялар үткәрергә, күп көс һалырға мәжбүр, тип билдәләй автор. Ул статистика мәғлүмәттәрен килтерә. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу Өфөлә башҡорт милләтле 173 меңгә яҡын, Стәрлетамаҡта — 42 меңдән күберәк, Нефтекамала — 34 мең, Сибайҙа — 30 300, Мәләүездә — 29 мең, Салауатта — 28 мең, Октябрьскийҙа — 14 400, Белоретта — 13 мең, Күмертауҙа — 11 500, Бәләбәйҙә 12 меңдән ашыу кешенең йәшәүен теркәне. Баш ҡалабыҙҙа «Башҡортостан» гәзитен 532 кеше, Стәрлетамаҡта — 100, Нефтекамала — 350, Мәләүездә — 270, Сибайҙа — 310, Салауатта 33 кеше уҡый.

Журналист гәзиткә теге йәки был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүҙәрҙең кәмемәүен билдәләй. Баҫманың тиражы кәмеһә лә, даими авторҙары байтаҡ. Республиканың төп баҫмаһында автор булыу — мәртәбә лә, бурыс та, тип иҫәпләй публицист.

«Быуат самаһы тарихы эсенә «Башҡортостан» гәзите туған халҡының бар булмышын, барлыҡ асылын туплаған», — тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Марсель Ҡотлоғәлләмов һәм мөрәжәғәтен Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шиғыры менән тамамлай:

Дуҫтар, дуҫтар!

Таралышмай,

Тарҡауландыҡ,

Балҡып түгел, быҫҡып яныр

Көнгә ҡалдыҡ.

Хатта ағас, хатта утын —

Күрсе, ана! —

Өйөбөрәк бергә яҡҡас,

Дөрләп ята.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть