11 декабрь, Йәкшәмбе

22 октябрь 2015 йыл, 18:25

Рөстәм Хәмитов Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский менән осрашты

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 22 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский менән эшлекле осрашыуы булды. Төбәктәр араһында эшлекле һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре тикшерелде.

Республика Башлығы Силәбе өлкәһе губернаторына башҡорт диаспораһына ярҙам күрһәтеүе өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Башҡорт диаспораһының йәшәйешен иғтибар менән күҙәтеп барғанығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Башҡортостандан ситтә көн күргән милләттәштәребеҙҙең күбеһе Силәбе өлкәһендә, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Борис Дубровский һүҙҙәренсә, Силәбе делегацияһы бер нисә маҡсат менән килгән.

– Беренсенән, беҙгә ошо форумда ҡатнашыу бик ҡыҙыҡлы. Силәбе өлкәһенә яңы инвесторҙар, яңы эшҡыуарлыҡ барлыҡҡа килер, тип ышанабыҙ, – тине губернатор. – Икенсенән, һеҙҙең ШОС һәм БРИКС саммиттарын уҙғарыу тәжрибәһен өйрәнеү. 2020 йылда Силәбелә ошо сараны үткәрергә ниәтләйбеҙ. Тәжрибәгеҙҙе өйрәнеү беҙҙең өсөн бик мөһим.

Эшлекле хеҙмәттәшлек тураһында һөйләгәндә Борис Дубровский Башҡортостан делегацияһына Ҡытай Халыҡ Республикаһында сауҙа партнерҙарын эҙләүгә йүнәлтелгән күсмә сессияла ҡатнашырға, Рөстәм Хәмитов, үҙ сиратында, Ҡытай менән үҙ-ара эш итеү өлкәһендәге проекттарҙы берлектә ғәмәлгә ашырырға тәҡдим итте.

Рәсәй төбәктәре араһында Силәбе өлкәһе Башҡортостан өсөн мөһим сауҙа партнеры һанала. Уның Рәсәй эсендәге тауар әйләнешендәге өлөшө 10,7 процент тәшкил итә. 2014 йылда сауҙа күләме 36,2 миллиард һумға еткән. Башҡортостандан күрше төбәккә дизель яғыулығы, автомобиль бензины, картон, ҡағыҙ, минераль һәм химик ашламалар, ит һәм колбаса изделиелары, һөт продукцияһы, минераль һыуҙар оҙатыла. Республикаға ҡара металл прокаты, төҙөлөш материалдары, йөк автомобилдәре, йыһаз, үҫемлек майы, һыра, он, ярма, макарон, кондитер изделиелары, аяҡ кейеме килтерелә.