8 декабрь, Кесе йома

22 октябрь 2015 йыл, 17:18

Өфөлә Беренсе R2R форумында хеҙмәттәшлек тураһында дүрт эшҡыуарлыҡ килешеүенә ҡул ҡуйылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 22 октябрҙә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең Беренсе R2R форумында хеҙмәттәшлек тураһында дүрт эшҡыуарлыҡ килешеүенә ҡул ҡуйылды.

«Квант» координация советы рәйесе Владимир Лаптев һәм Ҡытайҙың Shandong Kerui Petroleum Equipment Co.,Ltd компанияһы вәкиллеге башлығы Ли Цзиньсюй хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Яҡтар нефть һәм газ ҡорамалдарын эшләү буйынса сәнәғәт һәм фәнни-техник хеҙмәттәшлек хаҡында һөйләшеп килеште.

«Башҡортостан Республикаһын үҫтереү корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Артем Кирәев һәм «Ляонин WOLF Нефтемаш» компанияһының генераль директоры (Ҡытай) Яо Гуанвэнь Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районында индустриаль паркты үҫтереү буйынса проектты берлектә тормошҡа ашырыу хаҡында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

КПМГ компанияһының Урал төбәк үҙәгенең идара итеүсе партнеры Нодирбек Вахидов һәм Башҡортостандың Инвестициялар йәлеп итеү буйынса агентлығы директоры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Мосабиров хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Яҡтар Башҡортостандың инвестиция сәйәсәте өлкәһендә үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек булдырырға һөйләшеп килеште.

Рәсәй франчайзинг ассоциацияһының башҡарма директоры Юрий Михайличенко һәм Евразия франчайзинг ассоциацияһының вице-президенты Куаныш Керимкулов хеҙмәттәшлек тураһында документҡа ҡул ҡуйҙы. Был килешеү берҙәм иҡтисади киңлек биләмәһендә брендтарҙы яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.