8 декабрь, Кесе йома

22 октябрь 2015 йыл, 16:29

Баш ҡала эргәһендә 2000 студентҡа иҫәпләнгән дини белем биреү үҙәге төҙөләсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфө эргәһендә 2000 студентҡа иҫәпләнгән дини белем биреү үҙәге төҙөләсәк. Был хаҡта «XXI быуаттың мәғариф киңлегендә ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре» VIII Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһын асыу тантанаһында Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин хәбәр итте. Мосолман өммәһе лидеры әйтеүенсә, хәҙер төҙөлөш өсөн урын һайларға кәрәк. Шундай уҡ үҙәк Дағстанда һәм Грозныйҙа асыласаҡ, тип билдәләне Тәлғәт Тажетдин.

Башҡортостанда бер нисә йыл инде Волга буйы федераль округындағы мосолман дин әһелдәренең квалификацияһын күтәреү буйынса округ үҙәге, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты уңышлы эшләй. «Ғәлиә», Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсәләр, йәкшәмбе мәктәптәре илебеҙҙәге иң яҡшы дини белем биреү традицияларын дауам итә.

Дин әһелдәрен әҙерләү буйынса шундай көслө уҡыу йорто булған төбәктәр күп түгел. Мәҫәлән, Свердловск өлкәһе мосолмандарының Диниә назараты етәксеһе Рәдифулла Ғиндуллин билдәләүенсә, Екатеринбургта ошо йүнәлештәге юғары уҡыу йорто юҡ. Белгестәрҙе педагогия университеты ҡарамағындағы теология кафедраһында әҙерләйҙәр. Белоруссиялағы мосолмандарҙың Диниә назараты мөфтөйө Али Воронович илдә бер мәҙрәсә лә булмауын, мосолман мәғарифы мәсьәләһенең йәштәрҙе Рәсәйгә уҡырға ебәреү юлы менән хәл ителеүен хәбәр итте.

темалар: дин, мәғариф