Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө — Рәсәйҙә мосолман мәғарифын үҫтереү үҙәктәренең береһе — Башҡортостан Башлығы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Өфө Рәсәйҙә мосолман мәғарифын үҫтереү буйынса комплекслы программаны ғәмәлгә ашырыу үҙәктәренең береһе булып тора. Республиканың баш ҡалаһында илебеҙҙең ошо өлкәләге иң яҡшы традицияларын дауам итеүсе Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты, мәҙрәсә уңышлы эшләй. Башҡортостан Башлығының «XXI быуаттың мәғариф киңлегендә ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре» VIII Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыусыларға мөрәжәғәтендә һүҙ ошо хаҡта бара. Уны республика Башлығы Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары Максим Михайлов уҡып ишеттерҙе.

«Бөгөн тыныслыҡты һаҡлау мәсьәләләре бик мөһим, шуға күрә дини белем биреүҙе үҫтереү айырыуса әһәмиәтле. Яҡын Көнсығыш илдәрендәге фажиғәле ваҡиғалар — милләт-ара һәм конфессия-ара ыҙғыштарҙың киҫкенләшеүе ниндәй эҙемтәләргә килтереүенә асыҡ дәлил. Тарих дәрестәренән һәм күп быуатлыҡ тәжрибәнән күренеүенсә, дини белем генә диндарҙарға дөрөҫ юл күрһәтә, традицион исламдың нигеҙҙәрен ҡаҡшатыусы радикализмдан яҡлай ала», — тиелә Рөстәм Хәмитовтың сәләмләүендә.

Конференция сиктәрендә, пленар ултырыштан тыш, бер нисә әһәмиәтле микросимпозиумдар, атап әйткәндә, Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең мосолман конфессияһы лидерҙарының осрашыуы һәм түңәрәк өҫтәлдәр, йәштәрҙең ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереү, ғаилә педагогикаһы, ҡатын-ҡыҙҙың үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙәге роле мәсьәләләре буйынса секциялар ойошторола. Шулай уҡ сәйәси-административ темалар күтәреләсәк, фәнни, теология һәм мәҙәни-тарихи проблематика буйынса махсус секциялар уҙғарыла. Илебеҙҙәге мосолман мәғарифының хәҙерге торошона, уның үҫеш мөмкинлектәренә арналған айырым секция эшләйәсәк. Конференцияла Башҡортостандан, Рәсәй төбәктәренән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән ғалимдар һәм дин әһелдәре ҡатнаша. Секция ултырыштарында Төркиә, Испания, Словакия, Иордания вәкилдәренең һәм башҡа ҡунаҡтарҙың сығыш яһауы көтөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть