9 декабрь, Йома

22 октябрь 2015 йыл, 14:06

Республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш өлкәһендә күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты — Рәсәйҙә иң яҡшы бишәү иҫәбендә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш өлкәһендә күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты Рәсәйҙең иң яҡшы биш дәүләт торлаҡ күҙәтеүе органдары иҫәбенә инде.

2015 йылдың туғыҙ айында Рәсәй төбәктәрендәге дәүләт торлаҡ күҙәтеүе органдарының һөҙөмтәле эше йомғаҡтары буйынса республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш өлкәһендә күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты дүртенсе урын алды.

Беренсе урында — Санкт-Петербург, икенселә — Мәскәү өлкәһе, өсөнсөлә — Татарстан Республикаһы. Иң яҡшылар иҫәбендә Карелия, Дағстан республикалары, Красноярск, Краснодар һәм Камчатка крайҙары, Волгоград, Калуга, Новосибирск, Омск, Һамар, Нижегородка һәм Ярославль өлкәләренең торлаҡ күҙәтеүе органдары ла бар.

Башҡортостан Хөкүмәтенең сайтында хәбәр ителеүенсә, торлаҡ өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, асыҡлау һәм уларға юл ҡуймау, граждандарға торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр тәҡдим иткәндә ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса инспекция тикшереүҙәрен үткәргәндә һәм торлаҡ фондын тикшергәндә күҙәтеү органдары хеҙмәткәрҙәренең үҙ эшен яҡшы белеүҙәре билдәләнгән.