3 декабрь, Шәмбе

22 октябрь 2015 йыл, 11:56

Башҡортостан Башлығы ШОС һәм БРИКС илдәренең Беренсе бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ШОС һәм БРИКС илдәренең Беренсе бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың бәйләнеше илдәр араһындағы үҙ-ара эш итеүҙе күп тапҡырға арттырырға һәләтле.

«Республикабыҙҙағы бәләкәй, урта бизнес менән үҙ-ара эш итергә теләгән ШОС, БРИКС һәм бөтә илдәрҙең эшҡыуарҙары араһында тура бәйләнештәр булдырырға кәрәк. Беҙ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумын уҙғарырға тәҡдим иттек. Быны илебеҙ Президенты Владимир Путин хупланы. Өфөгә Рәсәйҙең 51 төбәгенән, донъяның 21 иленән 1,5 мең кеше килде. Тәү сиратта тәүге форумдың нисек үтәсәген ҡарау, икенсенән, партнерҙар табыу, өсөнсөнән, эшҡыуарлыҡ менән ҡыҙыҡһыныусылар араһында эшлекле бәйләнештәр булдырыу маҡсаты менән», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Форум 21 октябрҙән 23-нә тиклем уҙа. Әлеге ваҡытта уның сиктәрендә Пленар ултырыш бара. Уны сараның рәсми сайтында тура эфирҙа һәм YouTube-ғы тура трансляцияла ҡарарға мөмкин.