5 декабрь, Дүшәмбе

22 октябрь 2015 йыл, 11:06

Фольклориада-2020 байрамына бөтә республика йәлеп ителәсәк – Башҡортостан Башлығы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Июлдә төбәктең «визит карточкаһына» әүерелгән ШОС һәм БРИКС саммиттары уҙғарылғандан һуң 2020 йылда Өфөлә Бөтә донъя фольклориадаһы ойошторола. Был байрамға бөтә республика йәлеп ителәсәк. Ошо хаҡта кисә ТАСС агентлығына биргән интервьюһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.

«Беҙ төбәктә күләмле халыҡ-ара саралар үткәрергә теләйбеҙ. Яңы форматтар эҙләй торғас Фольклориада байрамын һайланыҡ. Киләһе фестивалдең ҡайҙа үтәсәген билдәләүсе совет материалдарыбыҙҙы ҡараны, вәкилдәрҙең сығышын тыңланы. Әлбиттә, уларҙы республикабыҙҙа үткән ШОС һәм БРИКС саммиттары ышандырҙы. Был беҙҙең «визит карточкабыҙ» ине. Совет фестивалде Башҡортостанда үткәреүҙе бер тауыштан хупланы», – тип һөйләне Рөстәм Хәмитов.

Сара асылғас, төрлө илдәрҙән килгән ҡунаҡтар республика буйлап тараласаҡ, барлыҡ ҡалаларҙа, муниципалитеттарҙа фестиваль саралары үтәсәк, тип билдәләне ул. Республика Башлығы ойоштороусыларҙан фестивалде һабантуйҙар мәленә тура килтереүҙе һорауҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Ойоштороусылар ҡаршы килмәне», – тине Рөстәм Хәмитов.

Башҡа халыҡ-ара форумдар хаҡында һөйләгәндә Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың 2018 йылда Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумын үткәреүгә ғариза биреүен билдәләне. 2019 йылдың йәйендә төбәк Халыҡ-ара балалар уйындарын уҙғарыуға дәғүә итә.

«2021 йылда республикала донъя умартасылары форумын ойоштороу өсөн көрәшәбеҙ. Был сара «Апимондия» тип атала, унда 120-130 илдән 12 мең кеше ҡатнаша. Күләмле форум, күргәҙмә. Беҙ ошондай мөмкинлеккә эйә булырбыҙ, тип ышанам, – тине Рөстәм Хәмитов. – Быйыл август айында Башҡортостанға ойошманың элекке президенты Жиль Ратиа килде, ҡурсаулыҡтарға барҙы. «Быны донъяға күрһәтергә кәрәк», – тине ул, солоҡ умартасылығын күреп».

«Кем башҡорт балын белмәй? Был беҙҙең бренд. Беҙ уны Рәсәйҙә беренсе һанлы бренд булараҡ нығытырға теләйбеҙ», –  тип өҫтәне Башҡортостан Башлығы.