4 декабрь, Йәкшәмбе

22 октябрь 2015 йыл, 10:01

Баш ҡалала шағирә Гөлфиә Юнысованың ижад кисәһе була

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 29 октябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында күренекле шағирә Гөлфиә Юнысованың ижад кисәһе була.

Театр һәм «Самрау» балалар студияһы коллективы Гөлфиә Юнысованың ижадына бағышланған ҙур концерт әҙерләгән. Унда артистар Светлана Хәкимова, Нурия Ирсаева, Илдар Ғүмәров, Рәүис Заһитов, Суфия Ҡорбанғәлиева, Сәғиҙулла Байегет, Азамат Ғафаров, Алһыу Ғәлина, Дилара Иҙелбаева, Фирүзә Париж, Ирада Фазлаева, Артур Ҡунаҡбаев, Юнир Ҡоланбаев, шулай уҡ танылған сәхнә йондоҙҙары Гөлли Мөбәрәкова, Гүзәл Маликова, Минзәлә Хәйруллина, Илһөйәр Ғәзетдинова, Шәүрә Дилмөхәмәтова ҡатнаша. Кисәнең режиссеры һәм сценарий авторы — популяр актер Хөрмәтулла Үтәшев.

Гөлфиә Юнысова — 40-тан ашыу китап, 300-гә яҡын лирик һәм балалар өсөн йырҙар авторы. Шиғырҙары донъяның 25 теленә тәржемә ителгән. Ул — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты, «Почет билдәһе» ордены кавалеры.

темалар: ижад кисәләре