Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Туғыҙ айҙа Башҡортостанда инфляция кимәле 9,5 процент тәшкил иткән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Туғыҙ айҙа Башҡортостанда инфляция кимәле 9,5 процент тәшкил иткән. Был хаҡта 20 октябрҙә Башҡортостанстат ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ултырышында хаҡтар һәм финанс статистикаһы бүлеге етәксеһе Венера Ғәйнанова хәбәр итте.

«Быйылғы туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса республикала инфляция кимәле 9,5 процент тәшкил итте, был уҙған йылдағы күрһәткестән (6,2 процент) 1,5 тапҡырға күберәк. Аҙыҡ-түлек тип һаналмаған тауарҙарға хаҡтар 10,6 процентҡа күтәрелгән, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда дүрт тапҡырға тиерлек артҡан. Аҙыҡ-түлек тауарҙарына (9 процент) һәм хеҙмәттәргә (8,6) хаҡтар үткән йылдағы кеүек үк юғары, — тип билдәләне Венера Ғәйнанова. —  Рәсәйҙә ғинуар-сентябрҙә уртаса инфляция күрһәткесе 10,4 процент кимәлендә. Республикала ҡулланыусылар хаҡы индексы — 114,6, ил буйынса 115,7 процент тәшкил иткән».

Инфляция кимәле ҡулланыусылар тауарҙарына һәм хеҙмәттәргә хаҡтарҙың артыуы менән билдәләнә һәм иҡтисадтың торошон тасуирлай. Инфляцияның төп күрһәткесе булараҡ тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ҡулланыусылар хаҡтары индексы файҙаланыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть