4 декабрь, Йәкшәмбе

21 октябрь 2015 йыл, 17:44

Өфө эргәһендә яңы ҡымыҙ етештереү цехы асылды

фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. «Өфө» дәүләт ат һарайында яңы ҡымыҙ етештереү цехы асылды. Предприятие иҫәбенә төҙөлгән бинала ҡымыҙ етештереү, әҙер продукцияны һаҡлау, йыуыу һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн бүлмә бар.

Учреждениеның директоры Николай Штенцев һүҙҙәренсә, цехтың төҙөлөшө предприятиеға 3,8 миллион һумға төшкән. Ҡорамалдар һатып алыуға республика бюджетынан 400 мең һум самаһы аҡса бүленгән.

«Бында бейә һөтөнөң сифатын билдәләү өсөн лаборатор тикшереүҙәр үткәрелә. Цех янында хеҙмәткәрҙәр өсөн ашхана төҙөлгән. Әсеткегә көнөнә дүрт тапҡыр яңы һауылған һөт өҫтәйҙәр һәм махсус һауыттарҙа бешәләр. Улар предприятиеның махсус заказы буйынса эшләнгән. Һауыттарҙың күләме тәүлегенә етештереүҙе тоннаға тиклем арттырырға мөмкинлек бирә», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.