11 декабрь, Йәкшәмбе

21 октябрь 2015 йыл, 17:20

Силәбе өлкәһендә Ғәлимов Сәләм исемендәге әҙәби премия тапшырыласаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 21 октябрҙә Силәбе өлкәһендә Ғәлимов Сәләм исемендәге әҙәби премияны тапшырыу тантанаһы була. Сара Сосновка районы Һолтай ауылының Мәҙәниәт йортонда ойошторола.

Быйыл премия «Художестволы әҙәбиәт» номинацияһында — йәш автор Марат Дауытовҡа, «Журналистика» номинацияһында — «Уралым» гәзитенең баш мөхәррире Нурия Ихсановаға, «Тыуған яҡты өйрәнеү» номинацияһында «Азия менән Европа араһында», «Юлдаш-Ҡатай Нязепетровский» китаптары авторы Әсләм Арыҫлановҡа тапшырыла.

Әҙәби осрашыуҙа авторҙар үҙҙәренең шиғырҙарын уҡыясаҡ, «Һолтай ҡыҙҙары» вокаль төркөмө башҡарыуында халыҡ уйын ҡоралдары һәм йырҙар яңғыраясаҡ. Урал Ҡолошов Әҙәбиәт йылында һәм үҙенең юбилейы уңайынан «Күңел йылыһы» исемле китабының исем туйын үткәрә. Йыйынтыҡҡа авторҙың балалар өсөн ижад иткән легендалары, ғибрәтле хикәйәләре һәм әкиәттәре тупланған. Китаптың башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылыуы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, тип билдәләне Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров.

Сарала Сосновка районы хакимиәте, район мәктәптәре уҡытыусылары, Сосновка, Арғаяш, Ҡоншаҡ райондары һәм Силәбе ҡалаһының әҙәби берләшмә вәкилдәре, Силәбе өлкәһенең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы вәкилдәре, республиканың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенән саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнаша.

Әҙәби премия 2011 йылда башҡорт әҙәбиәтенең классигы Ғәлимов Сәләм хөрмәтенә Сосновка районы хакимиәте башлығы Владимир Котов тарафынан булдырылды. Биш йыл эсендә байрам өлкә кимәлендәге сараға әүерелде. Арғаяш, Ҡоншаҡ, Сосновка райондарында, Силәбе һәм Магнитогорск ҡалаларында йәшәүсе шағирҙар, яҙыусылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр премия лауреаттары исеменә лайыҡ булды.

темалар: әҙәби премия