Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Республика эшҡыуарҙары Беренсе R2R форумында алдан теркәлмәйенсә ҡатнаша ала

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостан эшҡыуарҙары 23 октябрҙә үтәсәк Беренсе R2R форумында алдан теркәлмәйенсә ҡатнаша ала. Ошо хаҡта «Башинформ» агентлығына республиканың Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһында хәбәр иттеләр.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, был көндә иртәнге сәғәт 9-ҙан 12-гә тиклем эшҡыуарҙар «ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең IT өлкәһендә хеҙмәттәшлегенең төп йүнәлештәре» (иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана), «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн инфраструктура объекттары булараҡ иҡтисади зоналар, кластерҙар, сәнәғәт парктары һәм технопарктар: Рәсәй, БРИКС һәм ШОС илдәре тәжрибәһе» (9.00), «ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең инвестиция проекттарын презентациялау» (10.30) дискуссия майҙансыҡтары эшендә ҡатнаша ала.

Пленар ултырышта спикерҙарға һәм эксперттарға ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә була. Ултырыштың модераторы — республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов.

Тәүге R2R форумы саралары Конгресс-холда уҙа. Адресы: Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 2.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть