9 декабрь, Йома

21 октябрь 2015 йыл, 15:49

2015 йылда Башҡортостан малсылыҡты үҫтереүгә 7,2 миллион һум аҡса аласаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 2015 йылда Башҡортостан малсылыҡты үҫтереүгә федераль бюджеттан 7,2 миллион һум аҡса аласаҡ. Тейешле ҡарар Рәсәй Хөкүмәтенең сайтында баҫылған.

Документҡа ярашлы, 398 миллион һум күләмендәге субсидиялар 17 төбәккә бүленгән.

Аҡса Төбәк бюджеттарына федераль субсидиялар бүлеү һәм биреү ҡағиҙәләре буйынса бүленә.

Йыл һайын Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы аграр ведомство менән субъекттарҙағы дәүләт власының башҡарма органдары араһындағы килешеүҙәрҙә билдәләнгән һөҙөмтәлелек күрһәткестәренә өлгәшеү кимәленән сығып, субсидияларҙы файҙаланыу һөҙөмтәлелеген баһалай.