6 декабрь, Шишәмбе

21 октябрь 2015 йыл, 15:08

Баш ҡалаға бөтә Рәсәйҙән энергетика тармағы белгестәре йыйыла

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. 27 октябрҙән 30-на тиклем Өфөлә ХV Рәсәй энергетика форумы үткәрелә. «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Шаронов ошо сараның төбәк өсөн мөһим булыуын билдәләне.

«Республика иҡтисадын арзан һәм сифатлы энергетика ҡыҙыҡһындыра. Әлбиттә, был беҙҙең өсөн көнүҙәк тема. Нисек энергетиканы аҙыраҡ тотонорға? Нисек сифатлы электр, йылылыҡ энергияһын алырға? Ремонтлау, тарифтар һәм яңы технологияларға бәйле һорауҙар. Уларҙы тикшереү өсөн республикала төбәк, илебеҙ предприятиелары, сит илдәге коллегаларыбыҙ араһында тәжрибә алмашыу буйынса фекер алышыу мөмкинлеге булған майҙансыҡ булдырырға кәрәк», — тине Дмитрий Шаронов.

Форум сиктәрендә 17 эшлекле сара уҙғарыла, һигеҙ секция эшләйәсәк. Осрашыуға төрлө ҡалаларҙан спикерҙар сифатында 100-ҙән ашыу кеше килә. Форум эшендә Рәсәйҙең 12 төбәгенән, Белоруссиянан һәм Ҡаҙағстандан вәкилдәр ҡатнаша. Бынан тыш, «ШОС һәм БРИКС энергетикаһы», «Энергияны һаҡлау. Яҡтылыҡ техникаһы. Кабель» күргәҙмәләре ойошторола.