Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Зауэр-фест» халыҡ-ара орган фестивале уҙғарыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

1 ноябрҙән 1 декабргә тиклем Өфө донъяның органда уйнау үҙәктәренең береһенә әүереләсәк. Башҡорт дәүләт филармонияһында тәүге тапҡыр «Зауэр-фест» халыҡ-ара орган фестивале ойошторола. Тыңлаусыларҙы биш башҡарыусы ҡатнашлығында биш кисә һәм биш эксклюзив программа көтә.

Фестивалдең художество етәксеһе — Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, орган сәнғәте халыҡ-ара фестивале лауреаты Эльвира Хәйретдинова. 1 ноябрҙә «Зауэр-фест» уның сығышы менән асыла. Программала төрлө дәүерҙәге, стилдәге көйҙәр, Бах, Вивальди, Фрескобальдиҙың, шулай уҡ замандашыбыҙ Микаэл Таривердиевтың әҫәрҙәре яңғыраясаҡ.

7 ноябрҙә Өфөгә Мәскәүҙән Олеся Кравченко килә. Ул Букстехуде, Фрескобальди, Вивальди, Бах һәм Моцарттың әҫәрҙәрен башҡара.

17 ноябрҙә баш ҡала Абхазия ҡунаҡтарын — органсы Лука Гаделияны һәм сопрано Кристина Эшбаны ҡабул итә. «Барокконан бөгөнгө көнгә тиклем» тип исемләнгән программала Бах, Гендель, Лист, Мессиандың музыкаһы яңғыраясаҡ. 21 ноябрҙә Германия музыканты Даниэль Байльшмидт «Йәш Бах» тигән эксклюзив программа тәҡдим итә.

Фестиваль Даниил Дворцовтың (Санкт-Петербург) сығышы менән тамамлана. 1 декабрҙә ул Пахельбель, Клерамбо, Бах, Скарлатти, Гайдн, Шопен, Франк, Дебюсси, Мессиан, Слонимскийҙың әҫәрҙәрен уйнай.

1986 йылда филармонияның бәләкәй залында «Sauer» фирмаһы оҫталары эшләгән орган ҡуйыла. Фестивалдең исеме лә шунан алынған. Учреждениеның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 2016 йылда Өфөлә «төпләнгән» уйын ҡоралдары короленең 30 йыллығы тантаналы билдәләнәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть