4 декабрь, Йәкшәмбе

21 октябрь 2015 йыл, 12:27

Төбәктә миллион тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынған

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда 1 028 535 тонна шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынған, һәр гектарҙан уртаса уңыш —  251 центнер. Баҫыуҙарҙан 696 516 тонна тамыраҙыҡ сығарылған, шуларҙың 340 490 тоннаһы эшкәртелгән.

Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, быйылғы күрһәткестәр былтырғыға ҡарағанда яҡшыраҡ. Уҙған йылдың ошо уҡ осоронда 1 010 992 тонна шәкәр сөгөлдөрө йыйылған, 577 285 тоннаһы сығарылған.

Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә 40,9 мең гектар майҙанда (пландың 81 проценты) шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынған. Ишембай, Күгәрсен, Мәләүез һәм Стәрлебаш райондарында урып йыйыу эштәре тамамланған.