5 декабрь, Дүшәмбе

21 октябрь 2015 йыл, 11:34

Мәскәүҙең башҡорт ансамбле халыҡ-ара конкурстың финалына сыҡты

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов, Фатима Янбаева/. «Suns Europe-2015»  халыҡ-ара йыр конкурсының һайлап алыу туры тамамланды. Уның башҡа йыр бәйгеләренән айырмаһы шунда: был конкурста бәләкәй халыҡтарҙың вәкилдәре ҡатнаша. Төп талап — йырҙы туған телдә башҡарыу һәм үҙ халҡыңдың мәҙәниәтен сағылдырыу.

Һайлап алыу турында бөтә донъянан 80-дән ашыу ижади коллектив ҡатнашты. Шуларҙың туғыҙы ғына финалға сыҡты. Мәскәүҙең «Заман» этно-ансамбле конкурстың һуңғы этабында ҡатнашырға саҡырыу алды.

«Заман» ансамбленең художество етәксеһе Радмир Мөфтәхин әйтеүенсә, улар баһалама ағзаларына «Ай нуры» тип аталған бишек йырын тәҡдим итәсәк. Музыка авторы — йәш композитор Айҙар Хәмзин, йырҙың һүҙҙәрен шағирә, «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире Тамара Искәндәриә яҙған.

«Заман» этно-проекты 2013 йылда булдырылған. Төркөм Башҡортостандың музыкаль уҡыу йорттарын тамамлап, Мәскәүҙең иң яҡшы вуздарында белем алыуҙарын дауам иткән студенттарҙан тора. Үҙҙәренең төп маҡсатын башҡорт халҡының милли традицияларын пропагандалауҙа күрә.

«Suns Europe-2015» конкурсының финалы 2015 йылдың 11 декабрендә Италияның Удине ҡалаһында уҙа. Еңеүсе аҡсалата приз аласаҡ һәм килешеүгә ҡул ҡуясаҡ. Уға ярашлы, Европа фестивалдәрендә сығыш яһаясаҡ.