10 декабрь, Шәмбе

21 октябрь 2015 йыл, 10:21

2020 йылда Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыу — халыҡ-ара көсөргәнешлек шарттарында мөһим ҡарар — Тамара Пуртова

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 2020 йылда Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыу — тарихи ваҡиға. Фестиваль ойошторола башлағандан бирле Рәсәйҙә Фольклориаданы ҡабул итеүсе булманы. Рәсәйҙең Дәүләт халыҡ ижады йорто етәксеһе Тамара Пуртова республикала киң күләмле байрамды уҙғарыу тураһындағы ҡарарға аңлатма бирҙе. Мәҙәниәт фестивале ЮНЕСКО ҡарамағындағы CIOFF-тың Бөтә донъя ассамблеяһы сиктәрендә үтә.

«Халыҡ-ара көсөргәнешлек шарттарында, имиджды нығытыу, халыҡ-ара аренала абруйыбыҙҙы күтәреү, матди булмаған мәҙәни мираҫ, фольклор, халыҡ ижады өлкәһендә күләмле саралар ойоштороу йәһәтенән бик мөһим ҡарар, тип иҫәпләйем», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Тамара Валентиновна.

Рәсәйҙә CIOFF статусына эйә булған һәм ЮНЕСКО етәкселегендәге фольклор фестивалдәре күп түгел. Улар араһында Мәскәүҙә фольклор фестивале, Владимир өлкәһендә «Золотое кольцо», Бөйөк Новгородта «Садко», Дағстанда «Горцы» һәм Башҡортостанда «Берҙәмлек — Содружество». Ошо биләмәләр генә Фольклориаданы уҙғарыуға дәғүә итә алды, сөнки уларҙың донъяла ойоштороу кимәле буйынса билдәле статусы, имиджы бар.

Тамара Пуртова әйтеүенсә, Башҡортостан CIOFF халыҡ-ара ойошмаһына юғары кимәлдәге сараны ҡабул итеү тәҡдиме менән мөрәжәғәт иткән. Октябрҙә Перуҙа үткән Бөтә донъя конгресында тәҡдим хупланды.

Тамара Пуртова Өфөгә килде һәм республиканың форумды бөгөндән үк ҡабул итергә әҙер булыуын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостан ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреп, ил етәкселегенең ойоштороу буйынса юғары баһаһын алғандан һуң уңышҡа ышанмау мөмкин түгел.

Рәсәй Хөкүмәте кимәлендә фестивалде уҙғарыуҙы үҙ өҫтөнә алырға тәҡдим иткән төбәктең генә түгел, Рәсәйҙең дә байрамды ойоштороуҙа ҡатнашыуы хаҡында ҡарар ҡабул ителергә тейеш, тип ышана Тамара Валентиновна.

Белешмә. Башҡортостанда халыҡ сәнғәте, бейеү һәм хор менән йырлау фестивален ойоштороу тураһында ҡарар ЮНЕСКО-ның — 70 һәм CIOFF халыҡ-ара ойошмаһының 45 йыллығына арналған ЮНЕСКО ҡарамағындағы CIOFF Бөтә донъя ассамблеяһы сиктәрендә ҡабул ителде. Сара Перуҙың Арекипа ҡалаһында уҙҙы.

Бөтә донъя фольклориадаһы фольклор һәм традицион сәнғәт фестиваленең халыҡ-ара советы рәсми сараларының бер өлөшө булып тора. Фестиваль дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелә. Тәүге Фольклориада 1996 йылда Голландияла уҙғарылды, 2012 йылда уны Корея ҡабул итте, 2016 йылда иһә төрлө милләт һәм мәҙәниәт вәкилдәре Мексикаға йыйыласаҡ.