3 декабрь, Шәмбе

20 октябрь 2015 йыл, 18:01

Интернетта Нефтекамалағы «Старые Papa's» төркөмөнөң клибы популярлыҡ яулай бара

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Интернетта Нефтекамалағы «Старые Papa's» төркөмөнөң «Ерҙә иң яҡшыһы» тигән йыры популярлыҡ яулай бара.

«Старые Papa's» төркөмө ағзаһы Денис Ғәниев һөйләүенсә, йыр ике йыл элек Нефтекама ҡалаһының юбилейы уңайынан яҙылған.

«Ошо йырға клип төшөрөү хаҡында күптән хыяллана инек, — тип һөйләй Денис. — GoPro камераларын алдыҡ та Нефтекама буйлап йөрөнөк, ҡала тормошон төшөрҙөк. Әммә был клип түгел».

Кадрҙа – Нефтекама ҡалаһы, йорттар һәм урамдар, йәш быуын, йәш әсәйҙәр.

«Бәләкәй ҡалаларҙан Өфөгә йәки башҡа ҡалаларға китергә кәрәк тип әйтеүҙәре оҡшамай. Беҙ Нефтекамала лайыҡлы тормош көтөргә мөмкин булыуын, уны яратыуыбыҙҙы күрһәтергә теләнек», — тине Денис.

Киләсәктә улар башҡа йырҙарына ла клип төшөрөргә ниәтләй.