Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Мостай Кәрим исемендәге гранттар булдырылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Мостай Кәрим фонды Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡыған студенттар өсөн халыҡ шағиры, яҙыусы һәм драматургтың гранттарын булдырҙы. Гранттар яҡшы уҡыған, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан һәм ижади ҡаҙаныштар өсөн бирелә. Бүләкләү тантанаһы 20 октябрҙә, Мостай Кәримдең тыуған көнөндә, университеттың төп корпусында уҙҙы. Унда шағирҙың туғандары, профессорҙар, уҡытыусылар һәм студенттар ҡатнашты.

Шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова һәм ейәне Тимербулат Кәримов 4 курс студенттары Динара Кәримоваға һәм Гөлшат Исхаҡоваға дипломдар һәм 50 мең һум күләмендәге гранттар тапшырҙы. Улар Мостай Кәримдең әҙәби эшмәкәрлеген тикшереү менән шөғөлләнә. Әлфиә Кәримова әйтеүенсә, исемле гранттар шағирҙың ижадын өйрәнеүсе йәш ғалимдарҙы дәртләндереү һәм үҫтереү маҡсатында булдырылған. «Киләһе йылда студенттарға ғына түгел, аспиранттарға ла грант тапшырыу мөмкинлеге булыр, башҡорт филологияһы факультетының өлкән быуын уҡытыусыларына алмашҡа һәләтле йәштәр, әҙәбиәтселәр, ғалимдар килер, тип ышанабыҙ», — тине Әлфиә Кәримова.

Халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемендәге дәүләт стипендиялары ла бар. 2006 йылдан Башҡорт дәүләт университетының уҡыуҙа һиҙелерлек уңыштарға өлгәшкән, әҙәбиәт өлкәһендә һәләттәрен күрһәткән, фәнни-тикшеренеү һәм йәмәғәт эштәре менән әүҙем шөғөлләнгән 3-5 курс студенттарына бирелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть